ның көлөн күккә осороп йөрөгән Тәфтиләү (Тевкелев) өсөн сираттағы һөжүм урыны Асҡын районындағы Һөйәнтүҙ (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа – Һөйәнтөҙ) ауылы була.
Фажиғә 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилал менән бәйле. Рәсәй батшабикәһе Анна Иоановна, башҡорт ерҙәре аша үткән империя сиктәрен нығытырға ниәт итеп, төбәккә И. Кириллов етәкселегендә экспедиция ебәрә. Кирилловҡа ярҙамсы итеп суҡындырылған татар мырҙаһы Алексей …




















